top of page
Поиск
  • iskandarova1972

Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ойошторолған,ял итеү һәм белем кимәлен үҫтереү өсөн "Йәйләү" лагере.


Маҡсаттар: 1.Республика күләмендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының тарих,тел,мәҙәниәт өлкәһендә белемдәрен үҫтереү өҫтөндә төплө эш алып барыу. 2.Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған урындар (ошо районда урынлашҡан йылға,күлдәр,мәмерйәләр) менән таныштырыу. 3.Республикабыҙ һәм унан сит өлкәләрҙә йәшәүсе билдәле шәхестәр(яҙыусылар,шағирҙар,прозаиктар) менән осрашыуҙар үткәреү. 4.Лагерь ойошторолған райондағы иҫтәлекле урындар,музейҙар менән танышыу. 5.Оҫталыҡ дәрестәре,тематик семинарҙар үткәреү. 6.Ял итеү,башҡорт халыҡ уйындары менән кисәләр үткәреү. 7.Билдәле йырсылар,бейеүселәр,ҡумыҙсылар менән осрашыуҙар үткәреү.


7 көн,7 төн тәбиғәт ҡосағында,палаткаларҙа йәшәү.


Тәүге көн:урынлашыу,танышыу,ырыуҙарға бүлешеү. Кискеһен костер эргәһендә танышыу,йыр-моң кисәһе үткәреү.

Икенсе көн.Төшкә тиклем « Башҡорт аты » темаһына оҫталыҡ дәресе,төштән һуң берәй яҙыусы менән осрашыу үткәреү. Кискеһен костер эргәһендә Өфөнән килгән филармония артистары менән осрашыу үткәреү.

Өсөнсө көн.Төшкә тиклем «Әкиәттә ҡунаҡта» конкурсы үткәреү. Төштән һуң Зәйнәб Биишева музейына барыу. Кискеһен костер эргәһендә шиғырҙар конкурсы.

Дүртенсе көн.Төшкә тиклем Зәйнәб Биишева ижадына арналған оҫталыҡ дәресе.Төштән һуң Селтәр бәйләү оҫталыҡ дәресе. Кискә «Йәйләү һандуғасы» йыр -конкурсы.

Бишенсе көн. Төшкә тиклем «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы. Төштән һуң тюрколог-тарихсы Әхәт Салихов һәм уның хәләл ефете Сәриә ханым менән осрашыу. Костер янында «Тыуған ил,Тыуған яҡ» темаһына музыкаль кисә. Алтынсы көн.Төшкә тиклем Рәми Ғарипов ижады буйынса оҫталыҡ дәресе.Төштән һуң Хоҙайбирҙе ауылында урынлашҡан Шәһит Хоҙайбирҙин музейына һәм Йомағужа һыуһаҡлағысына экскурсия.

Етенсе көн.Иртәнге аш. Лагерь ябылыу линейкаһы.Теҙелеү.Бүләкләү. Төшкө аштан һуң таралышыу.


7ырыу.Ҡыпсаҡ,Бөрйән,Юрматы,Түңгәүер,Мең,Үҫәргән.


Курста ҡатнашыусыларға ошо көн тәртибен,үткәреләһе саралар теҙмәһен алдан ебәреү мотлаҡ. Курсҡа килеүселәр үҙҙәре менән әҙер дәрес пландары,төрлө яҙыусылар,шағирҙар тураһында йыйылған материалдар,фотолар,слайдтар,милли кейем,ҡумыҙ,ҡурай,спорт кейеме,төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу өсөн төрлө әкиәт костюмдары,париктар,аптечка,флэшкала әҙер плюсовка,минусовкалы көйҙәр яҙмаһы килтерергә тейеш.


Ойоштороусылар командаһында: курс етәксеһе (руководитель курса), хужалыҡ эштәре буйынса етәксе (АХЧ), Өлкән белгес (старший вожатый), кесе белгес (младший вожатый), 1 ашнаҡсы ,1 һауыт-һаба йыуыусы, 1 ир кеше усаҡ яғыу өсөн утын, бәҙрәф өсөн урын әҙерләүсе,сүп-сар йыйыусы,баянист,ИКТ ҡулланыу өсөн 1 белгес(компьютер,ноутбук,проектор,экран) 1 спортинструктор.


Курсты һәр йыл һайын төрлө районда үткәрергә мөмкин.Йә иһә бер районда бер нисә йыл үткәреп ҡарарға. Курсҡа тик тырыш,рухлы башҡорттарҙы ғына йыйырға. Палаткалар,һауыт-һаба,йоҡлау өсөн тоҡтар (спальные мешки) һәм төрлө кәрәк-яраҡтар әҙерләргә кәрәк. Ойоштороусылар командаһына эш хаҡы (зарплата)түләүҙе уйларға кәрәк.

Ашнаҡсы берәй мәктәп ашханаһынан, баянист район мәҙәниәт һарайынан булыуы мөмкин(как командированные) Проектты төрлө белгестәр,уҡытыусылар,методистар менән кәңәшләшеп үҙгәртергә мөмкин. Был проект мәктәп уҡыусылары өсөн ойошторолған «Йәйләү», «Арғымаҡ»пионер лагерҙары нигеҙендә төҙөлдө.


Проект авторы: Өфө ҡалаһы Дим районы 123-лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Искәндәрова Айгөл Сәлих ҡыҙы. Өфө-2017
















24 просмотра0 комментариев

Недавние посты

Смотреть все
bottom of page