top of page
Поиск
  • iskandarova1972

Научно- практическая конференция

Обновлено: 9 дек. 2019 г.

Тема: Шамигул хальфа – знаменитая личность начала ХХ века.







Йөкмәтке.

1.Баш һүҙ.

2.Тарих төпкөлөнә бағыу.

3.Йомғаҡлау.




Һәр кемдең үҙ тупрағы, тупрағынан һут алып торған тамыры, үҙ силсиләһе була.Япраҡтарҙы ағастың олононан, олонон – тамырҙарынан, тамырҙы тупраҡтан, ерҙән, һыуҙан һәм һауанан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Шуға күрә теге йәки был шәхес тураһында һүҙ алып барғанда, ғәҙәттә уның тыуып үҫкән ерен, эскән һыуын, ауылын, һулаған һауаһын телгә алалар.Һәм әйтергә кәрәк, ошоноң менән тыңлаусыға арыу уҡ мәғлүмәт тә бирелә.



Күгәрсен районының Сәйетҡол ( халыҡта Әпсәләм) ауылы башҡортомдоң тағы бер әүлиәһенең донъяға килгән һәм дәфен ҡылынған – ерләнгән бәрәкәтле ерендә йәшәүе менән ғорурланһа, күрше Бустыбай (халыҡта Ишбирҙе) ауыл халҡы шул изге кешенең ғүмеренең ҡартлыҡ өлөшөн үҙҙәренең ауылында үткәреүен бәхет һанай.

Теүәл 140 йыл элек, 1876 йылда Ҡара – Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорто Бәҙретдин Бикбаев ғаиләһендә ир бала донъяға килә. Шәмиғол бала сағынан уҡ бик зирәк, өлөшлө бала булып үҫә, йәшләй генә етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, ир ҡорона ингәндә инде күренекле дин әһеленә әйләнә. Йәш сағында Шәмиғол Һабантуйҙарҙа,йыйындарҙа йәки ауылға килгән оло-оло хәҙрәттәр менән ярышып, һеүләп аяттар, доғалар уҡып ултырыр булған. Йәш егеттең шундай һынсыллығына һоҡланған хәҙрәттәр уны ҙурыраҡ урынға, Урта Азия тирәһендәге берәй күренекле мәҙрәсәгә уҡырға барырға өндәй. Тик һиңә өйләнеп китергә кәрәк, тиҙәр. Мин иҫәүәнгә кем барһын, тип яуаплай шаян егет, шунда Ҡарғалы мәҙрәсәһендә шәкерттәр уҡытҡан бер хәҙрәт:


-« Мин бирәм ҡыҙымды », ти һәм, әлбиттә , һүҙендә тора.


Ана шул хәҙрәттәрҙең фатихаһы менән данлы Бохара мәҙрәсәләренең береһендә ғилем эстәү бәхете тейә буласаҡ әүлиәгә бик күп йылдар уҡып,тыуған яғына ҡайта ул.


Шәмиғол хәлфә үҙенең ябайлығы, аҡыл етмәгән изгелеге менән бер рәттән аптыратырлыҡ донъяүилығы менән айырылып торған. Көн һайын урыҫы ла, татары ла, үзбәге лә, башҡа милләт кешеләре лә,20-30 –лап кеше уға күренергә сиратта торған. Ҡабул иткәнен көтөп, өйөнә һыймағандары эргәнән аҡҡан Энәк йылғаһы буйында ҡыуыш ҡороп , ҡаҙан аҫып, ашар – эсеп ятыр булған.


Көндәр буйы кешеләрҙе ҡабул итеп, һәр береенең хәлен һорашып, мөмкинлек булһа, өшкөрөп , ауырыу урындарын ыуып, кискә хәлдән тайып ҡолаған саҡтары була торғайны – тип иҫләйҙәр.


Хәлфәнең ҡулынан һаулыҡ тапҡаны өсөн, әлбиттә,һәр береһе әжәренә саҙаҡаһыҙ килмәгән. Кемдең кем икәнлеген үтәнән – үтә күреп торған әүлиә береһенән дә бер ниндәй ҙә хаҡ һорамаған. Киреһенсә, күп балалы, ярлы кешеләргә, үҙҙәре алып килгәнде алмау ғына түгел, байҙар мулыраҡ ҡалдырғанды ла, ай- вайҙарына ҡарамай, көсләп биреп ҡайтарып ултырған. Берәй ергә аят уҡырға барһа,саҙаҡа аҡсаһын йә ултырған ерендәяҫтыҡ, түшәк аҫтына ҡыҫтырып, йә сыҡҡас бала – сағаға таратып китер булған.


Ғөмүмән,донъя байлығына ҡыҙмау, бәндәнең фани донъяға һынау үтер өсөн генә килгәнлеген,бөгөн гөрләтеп йәшәп ятһаң да иртәгә булмауың бик ихтималлығын, ә байлыҡты үҙең менән алып китеп булмағанлығын белеп йәшәү – изгеләрҙең генә ҡулынан килә торғандарҙың эштер.


Ябай халыҡ күргәндең барыһын да күрә ул.Беренсе донъя һуғышы башланғас, Армияға алалар. Унан ҡайтыуына күп тә үтмәй, Октябрь революцияһы боларыштары башланып китә.Совет осоронда беренселәрҙән булып колхозға инә, бай булмауына ҡарамаҫтан,30-сы йылдарҙа бик ныҡ эҙәрләүҙәргә дусар була.

50-се йылдарҙа Шәмиғол олатай йыл һайын, үҙ иҫәбенә бер нисә һарыҡ һуйҙырып, аш бешертеп, ашамлыҡтар алып, бөтә халыҡты йыйып, колхоз бесәненә өмә ойоштора торған ине, тип иҫләйҙәр.


Һуғыш башланғас, 42-се йылдар тирәһендә, ҡар аҫтында ҡышлаған башаҡты яҙғыһын сүпләп алып ашап, ауылда халыҡ бик күп ҡырыла башлай. Баҡтиһәң, ундай башаҡ бик ағыулы була икән. Шунан, олатайҙың ҡушыуы буйынса, бер төркөм ҡатын – ҡыҙ, һабан һөйрәп, ерҙең өҫтөн сыйып ҡына һөрөп сыға, ә арттарынан Шәмиғол хәлфә бер нисә ҡарт менән доға уҡып, тәҡбир әйтеп, эйәреп бара.


Ауылды урап сыҡҡас, бураҙнаның ике осон да бергә тоташтырмағандар, кеше инеп сығырҙай ишек һымаҡ ара ҡалдырғандар. Артабан,Шәмиғол олатай, тағы ниндәйҙер доғалар уҡып, ауылдағы бөтә ауырыу кешене лә ошо ишек аша тышҡа ҡыуып сығарғас ҡына бураҙнаның остарын тоташтырып ҡуйған. Шунан һуң кешеләрҙең үлеме шып туҡтаған.


Исеменә һәр саҡ «хәлфә» титулын ҡушып әйтеүҙәренән сығып фекер йөрөткәндә, Шәмиғол хәҙрәт шәкерттәр ҙә уҡытҡан булырға тейеш.Шәмиғол олатайҙың зыялы, уҡымышлы булыуына тағы бер дәлил төрлө осорҙа ауыл Советтары, башҡа власть органдары тарафынан бирелгән документтар, белешмәләрҙе ул йыйып барған, унан тыш тағы ике сумаҙан боронғо китаптары ла, араларында ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҙур ғына Шәжәрә лә һаҡланған.


Эҙәрлекләүҙәргә дусар булғанға, төрлө ергә күсеп йәшәргә мәжбүр була ул. 1936 – 1939 –cы йылдарҙа Сәйетҡолда йәшәһә , артабан Түкәт ауылына күсә.Унда күп тә тормай 1938-се йылдың йәйендә Буҫтыбайға күсеп килә.

Буҫтыбай ауылы мәңге йәшел артыш ҡыуаҡтары үҫеп ултырған ташлы тау итәгендә урынлашҡан. Артыш борон замандан уҡ бик изге үҫемлек булып һаналған.Һәм тәбиғәттә бик һирәк осрай икән. Тағы, артыш үҫкән ерҙән ер энергияһы сыға иорған урын, тип фаразлау бар.



Шәмиғол хәлфәнең «Мин булмаһам да, ошо ерҙәргә килеп китегеҙ!» тигән өндәүе , беҙҙең төбәктә ерҙең ҙур энергия сығанағы икәнен белдерергә теләүе булғандыр, тим.



Тәбиғәт бер ҡараһаң яп- ябай һымаҡ, төптән уйлап ҡараһаң , уй етмәҫлек бөйөк ул. Ана, аяҡ аҫтында ятҡан тупраҡҡа ҡара.Бер үк тупраҡта, бер үк ерҙән һут алып, баллыһы ла, үтеңде һытырҙай әсеһе лә,ағыулыһы ла үҫә. Хоҙай ҡөҙрәтенән түгел тиң инде! Хикмәттең дә хикмәте, мөғжизәнең дә мөғжизәһе ер ул, ошо аяғыбыҙ аҫтына түшәлгән ябай ҡара тупраҡ! Юғары Көс шуны аҙым һайын иҫбатлай, ғәжәйеп хәлдәрҙе күрһәтә, тик беҙ уны төпсөп уйлап тормайынса, шулай тейеш икән, тип ҡабул итәбеҙ.Был әҙәм балаһының аңралығынанмы, әллә күңел күҙенең һуҡырлығынанмы, әллә рәхмәтле була белеүҙәнме? Был һүҙҙәр күренекле яҙыусыбыҙ Лира апай Яҡшыбаеваның «Табын әүлиәһе » әҫәренән .



Кеше –Хоҙай Тәғәлә тыуҙырған иң камил зат. Әҙәм балаһының йөрәгенә тотош донъя ингән, әммә кеше үҙ-үҙен баһалап еткермәй.Әҙәм балаһы, һин үҙ йәнеңдең ҡәҙерен белмәйһең, сөнки Аллаһтың йомартлығы сәбәпле ул һиңә бушлай бирелгән ! Ысыҡ тамсыһына диңгеҙ йәшерелгән! Һин бит –ысыҡ тамсыһына йәшерелгән ҡөҙрәт диңгеҙе, һин- метр ярым тәнгә һыйған йыһан,- тип өндәшә суфый шағир Жәләлетдин Руми кешеләргә.



Шулай итеп, берен-бере ҙурлағандар батыр булыр, берен-бере хурлағандар бахыр булыр,ти. Әүлиәләребеҙ эскән һыуҙы эсәбеҙ,әүлиәләребеҙ атлап йөрөгән һуҡмаҡтарҙан йөрөйбөҙ. Үҙебеҙҙең тыуған яҡтарҙан сыҡҡан шәхестәрҙе күтәрәйек, үлгәндәрҙең ҡәберен беләйек, тереләрҙең ҡәҙерен беләйек.

Шәмиғол олатайҙың 4 балаһы була. Хәҙер инде балаларының балалары үҫеп етеп, бүләләре лә бик күп. Көслө тамырлы Шәжәрә ағасы күкрәп үҫә һәм ҙурая.Шәмиғол олатайҙың нәҫелен дауам итеүселәр Тыуған илебеҙҙең төрлө тарафтарында йәшәйҙәр һәм бик күп өлкәләрҙә эшләйҙәр.Йәмғиәткә файҙа, кешеләргә изгелек ҡылып олатайҙың рухына тап төшөрмәй йәшәй улар!


Шәмиғол хәлфә Бикбаевтың шәхесен өйрәнеү буйынса мин шәхсән бер- нисә йыл эшләйем. 2015 йылдың августында Сәйетҡол ауылы мәҙәниәт йортонда “Ҡояш уҙған ерҙә нур ҡала» исемле , Шәмиғол хәлфәнең 145 йыллығына арналған ,республика күләмендә музыкаль композиция үткәреүҙә сценарист, режиссер, алып барыусы булдым. 600 –ләп йыйылған халыҡ мәҙәниәт йортона һыймай тыштан, тәҙрә аша ла ҡарап торҙолар. Кисәнең беренсе бүлеге ауыл зыяратында, Шәмиғол хәлфәнең ҡәбере янында, аяттар уҡыуҙан башланды. Мәҙәниәт йортонда уны күреп белгән ололар, әүлиәләрҙең эшен өйрәнеүсе күренекле яҙыусы Лира апай Яҡшыбаеваның сығышы ,ейәндәре- бүләләренең музыкаль сәләмдәре менән үрелеп барҙы. Кисә ҡорбан салынған иттән әҙерләнгән һый менән һәм заманында ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың күренекле шәхесе булған Шәмиғол олатайыбыҙ хаҡына зәңгәр күккә шарҙар осороу менән тамамланды. «Теләк теләһәң, күккә ҡарап телә » тигән Шәмиғол хәлфә.


Эй,кешеләр,шуны ла белегеҙ,

Мохтаж,етемдәрҙең үтенесен

Битараф булып ситкә ҡаҡмағыҙ!

Таңдар атҡан саҡта фәрештәләр бәхет өләшә,

Шул саҡтарҙа йоҡлап ятмағыҙ!



Шәмиғол хәлфәнең исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән быйылғы (2019) ғинуар айында мин Лира апай Яҡшыбаеваны тыуған ауылыма алып ҡайтып, 10 ауылда уны күреп белгән, уның дауалауының файҙаһын күргән 20-ләп олатай – инәйҙәрҙән хәтирәләр яҙып алдыҡ,туған-нәҫелдәре менән күрештек, шәжәрәһен өйрәндек. Бик күп китаптар авторы Лира Яҡшыбаева Шәмиғол хәлфә тураһында яңы әҫәр өҫтөндә эш башланы.Мин дә үҙемдең өлөшөмдө индереүемә ғорурланам!



Күпме шәхес тарихҡа инеп юғала, ә Шәмиғол хәлфә беҙҙең арала!

Уның исеме мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр!



16 просмотров0 комментариев
bottom of page